Уға ярашлы, контроль ҡәтғиләшә, шулай уҡ иҫкәртеү сараларына ҙур иғтибар бирелә. Социаль реклама арта, төрлө уйындар ойошторола, социаль селтәрҙә мәғлүмәттәр таратыла. Бынан тыш рейдтар үтәсәк. Инфраструктураны ла яҡшыртыу планлаштырыла. Һөҙөмтәләр даими теркәлеп бара, ай һайын отчет була. Быйыл Өфөлә бәлиғ булмаған электр самокат йөрөтөүселәр ҡатнашлығында 12 авария булған, 1 кеше йәрәхәттәр алған. Курьерҙар ҡатнашлығында 2 аварияла 1 кешенең ғүмере өҙөлгән.







