Бында церкариоз ауырыуы тураһында иҫкәртеүсе таҡталар урынлаштырылған. Һыу инеү миҙгеле башында ошондай сир йоҡтороусылар теркәлгән. Церкариоз - һыу ҡоштарының паразит гельминаттары арҡаһында килеп сыға. Был паразит кеше өсөн ҙур хәүеф тыуҙырмай, әммә тиренең ҡыҙарыу, ҡысыу симптомдары булыуы мөмкин, тип хәбәр итәләр Ҡуллланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән.








