Өфөлә спорт объекттары Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итеүгә әҙер

Өфөлә  спорт объекттары  Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итеүгә  әҙер

Федераль спорт саралары  дирекцияһының эшсе төркөмө ошоно раҫланы.  Спартакиадала спорттың 43 төрө  буйынса  ярыштар була.  Улар илдең 7 төбәгендә  шул  иҫәптән Башҡортостанда  үтә. Беҙҙең республикала  спорттың 6 төрөндә  ярышалар, 1 меңдән ашыу  атлет килеүе көтөлә.  31 июлдән  4 авгусҡа  тиклем велосипедсылар уҙыша.  1 августа  триатлон буйынса турнир старт ала.  Унан  һуң фехтование,  йөҙөү, ишеү слаломы, көрәш буйынса  ярыштар ҡаралған.

Фото №1 - Өфөлә  спорт объекттары  Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын ҡабул итеүгә  әҙер
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ