Был турала Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә арналған брифингта белдерҙе. Уның әйтеүенсә, стандарт булмаған эш шарттарына ҡарамаҫтан, бензин сифатының түбәнәйеүе теркәлмәгән. Һуңғы 3 аҙна эсендә халыҡтан яғыулыҡ сифатына ялыуҙар килмәгән. Халыҡ шулай уҡ бесән миҙгеле башланыуға бәйле, һауыттарға бензин тултырыуға сикләүҙәрҙең ҡасан бөтөрөләсәге тураһында һорай.






