Асҡын районында ташҡындан зыян күргән ауылдарға гуманитар ярҙам ебәрелә

Асҡын районында ғәҙәттән тыш хәл даими контролдә тотола һәм яйлап тотороҡлана. Һарыһыу йылғаһы һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, бер метрға һайыҡҡан. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Үршиҙе, Сураш, Ҡамаш һәм Солтанбәк ауылдары ихаталарынан һыу китеп, халыҡ үҙ йорттарына ҡайта башлауын хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта белгестәр урындағы халыҡҡа зыян күргән участкаларҙан һыуҙы һурҙырырға, тергеҙеү эштәрендә ярҙамлаша. Төбәктә гидрологик хәл даими күҙәтеү аҫтында ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күрше Пермь крайында быуа емерелеүе һөҙөмтәһендә республиканың Асҡын һәм Балаҡатай районы ауылдарын һыу баҫты. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән көндө үк Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса осраҡ урынына бөтә профилле белгестәр йәлеп ителде. Эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Республика район-ҡалаларында гуманитар ярҙам туплау пункттары асыла. Битараф булмаусылар аҙыҡ-түлек тупланмаһын, шәхси гигиена әйберҙәре, көнкүреш химияһы кеүек һәм башҡа йорт кәрәк-яраҡтарын килтереүҙә ҡатнаша. Бер-нисә КАМАЗ бөгөн Асҡын районына юлланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ