Өфөнөң барлыҡ пляждарында һыу инеү ваҡытлыса тыйылды

Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарарға Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында ҡапыл һыу күтәрелеүе сәбәпсе булған. Туҡтауһыҙ ямғырҙар арҡаһында шулай уҡ һыу объекттары бысранған. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып әлеге ваҡытта балаларҙы яр буйҙарына яңғыҙ ебәреү ҡәтғи тыйыла. Хатта бала йөҙә белһә лә, һыуыҡ һыу һәм көслө ағым оло фажиғәгә килтереүе ихтимал. Шуға ла улар һәр ваҡыт күҙ алдында һәм даими күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Өфө пляждарындағы тыйыу билдәләре гидрологик хәл тотороҡланғанға тиклем ғәмәлдә ҡала. Сикләүҙәрҙе бөтөрөү тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

«Ҡояшлы» пляжында ағымдың тиҙлеге секундына 2 метрҙан ашыу тәшкил итә. Хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы, был күрһәткес ярты метрҙан ашмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта һыу тәүлегенә 20 сантимерҙан күберәк күтәрелһә, пляжда һыу инергә рөхсәт ителмәй. Бөгөнгә Ағиҙел йылғаһы 2 метрға тәрәнәйгән.

Александр Григорьев, Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ