Борай эшҡыуарҙары яугирҙар өсөн автомобилдәрҙе ремонтлап фронтҡа оҙата

Борай районы эшҡыуарҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итеүҙә көстө берләштергән. Улар иҫке машиналарҙы ремонтлап, хәрбиҙәргә оҙата. Башланғыс нигеҙендә-автосервис етәксеһе Айҙар Ғарипов тора. Йүнсел яугирҙарға ярҙам итеүҙән тыш, районда социаль торлаҡ төҙөү менән дә шөғөлләнә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Йыш осраҡта машинаның ходовой механизмдарын йүнәтергә тип мөрәжәғәт итәләр, ти оҫта Ленар Хәзинуров. Төҙөк автомобилдә йөрөү-хәүефһеҙлек нигеҙе, шуға күрә, сифатлы ремонт-төп эш принциптарының береһе. Оҫтаханала бер юлы ике техниканы ремонтлау мөмкинлеге бар.

Автомобиль сервисы менән Айҙар Ғарипов етәкселек итә. Районда яңы эш урындары булдырып, тәүге оҫтахананы ул 2012 йылда аса. Ошо ваҡыт эсендә бизнес төрлө һынауҙарға ла тарый. Коронавирус пандемияһы айырыуса ҡатмарлы осор булды, ти эшҡыуар. Заказдарҙың кәмеүе эш хаҡын түләүҙә тотҡарлыҡтарға килтерә. Дәүләттән аҡсалата ярҙам алыу бизнесты һаҡлап ҡалырға ғына түгел, үҫешергә лә мөмкинлек бирә. Әле ике оҫтахана эшләй. Береһе Борай ауылы үҙәгендә урынлашҡан, икенсеһе яңы микрорайонда асылған. Хәҙер иһә илебеҙ һынау осоро кисергәндә, йүнсел фронтҡа ярҙам итеүҙе изге бурысы һанай. 2023 йылдан алып мобиль мунса, ремонтлап алғы һыҙыҡҡа бер нисә төр автомобиль оҙатҡан.

Әле Айҙар Ғарипов социаль төҙөлөш өлкәһен дә үҙләштерә. Ул төҙөгән дүрт фатирлы йорттарҙы район хакимиәте торлаҡҡа мохтаж булғандар исемлегендә торған етем балалар өсөн һатып ала. Былтыр файҙаланыуға тапшырылған тәүге фатирҙарҙың береһен Булат Ғәлимйәнов туйлай. Үҙ участкаһында тәүге йәйен ҡаршы алған егет ихатаны сәскәләр менән биҙәгән, әле газон үләнен сәсеү менән мәшғүл.

Төҙөлөш майҙанында ҡыҙыу мәл. Яҡын арала тағы дүрт фатирлы йорт сафҡа инәсәк. Әле торлаҡта электр селтәре һуҙыла, ишек-тәҙрәләр ҡуйыла.

Бынан тыш, Айҙар Ғарипов районда махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса штаб булдырыу хыялы менән йәшәй. Ойошма алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү өсөн эшҡыуарҙарҙы берләштерәсәк. Гуманитар миссия менән шөғөлләнеүселәрҙе «Барыһы ла еңеү өсөн» тигән билдәле саҡырыу дәртләндерә.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ