Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Баймаҡ районында граждандарҙы ҡабул итте

Депутат махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм төбәктең ирекмәндәр ойошмалары менән дә осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡтағы эш сәфәрен Зариф Байғусҡаров урындағы актив менән осрашыуҙан башланы. Дәүләт Думаһы депутаты ҡануниәттәге һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләне, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм мәсьәләләрҙе артабан ҡарау өсөн контролгә алды. Шулай уҡ район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар сәфәрҙең мөһим өлөшө булып торҙо.

Районда «Һаҡлаусы Фәрештә» һәм «Беҙ бергә» ике төп ирекмәндәр үҙәге эшләй. Улар яугирҙарға ярҙам итеү өсөн йөҙҙәрсә кешене берләштерә.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ирекмәндәрҙең көндәлек тормошон эстән ҡараны, уларҙың вайымһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Ил именлеге сигенә баҫҡан егеттәрҙгә ярҙам ҡулы һуҙғандарға ихлас рәхмәтен еткереп штабтарға файҙалы бүләктәр тапшырҙы.

Артабан депутат ҡала һәм районда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, Тыныслыҡ урамындағы йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү һөҙөмтәләре менән танышты. Эштәр «Уңайлы ҡала мөхите» федераль проекты сиктәрендә башҡарылды. Шулай уҡ Зариф Байғусҡаров «Орленок» лагерында булды, һәм унда ял иткән балалар менән аралашты һәм уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ