Башҡортостанда картуф ҡаҙыу алдынан фитофтороз хәүефе артҡан

Ямғырлы йәй эҙемтәләре. Республика хужалыҡтарында картуф ҡаҙыу мәле яҡынлаша. Июнь-июль айҙарының ямғырлы килеүе баҡса өсөн ҡулай булһа ла, артыҡ дым картуф өсөн хәүефле ти фермерҙар. Ямғырҙан һуң ҡапыл Фитофтороз сире барлыҡҡа килеп уңышты юҡҡа сығарыуы ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Фермер Николай Шляпкин өс тиҫтә йыл картуф үҫтереп һата. 200 гектар майҙандағы икенсе икмәкте ул йәй эсендә бер нисә тапҡыр махсус химикаттар менән эшкәртә, сүп-сарҙан утап таҙарта. Талапсан йәшелсәне үҫтереүҙә тәрбиә эше мөһим ти эшҡыуар.

Ямғырлы йәй бар үҫемлек өсөн дә ҡулай түгел. Артыҡ һыу һәм дымдан фитофтороз сире таралып китеүе ихтимал. Картуф япраҡтарынан башланған сир уңыш өсөн бик хәүефле-ул бер аҙна эсендә япраҡтарҙы һәм тамырҙы юҡҡа сығара.

Төбәктә ике-өс аҙнанан картуф ҡаҙыу миҙгеле башланасаҡ. Ғалимдар һәм аграрийҙар әйтеүенсә, фитофтороз ҙур күләмдә булмаһа ла ҡайһы бер район хужалыҡтарында күҙәтелә. Уларға уңышты һаҡлау өсөн ваҡытында иҫкәртеү сараларын алып барырға кәңәш ителә.

Башҡортостанда картуф үҫтереүсе ҙур предприятиелар күп түгел, сөнки граждандар ауылда, шәхси хужалыҡтарҙа үҙҙәре үҫтерә. Кибеттәрҙә, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәр ваҡыттағыса картуфтың төрлө төрҙәре тәҡдим ителә. Йәрминкәләрҙә хаҡ килограммына 30-40 һумдан башлана.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ