2 августа "Еңеү" һәм "Тулҡын" парктарында сәскәләр һалына. "Патриот" паркында "Геройҙар ярышы" ойошторола, ижади коллективтар концерты ҡаралған. Шулай уҡ десантсыларҙың хәрби әҙерлеге буйынса, парашютсылар, пилотаж төркөм сығыштары була. "Ҡанатлы пехота", Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө йыл һайын 2 августа билдәләнә.








