26 һәм 27 июлдә Башҡортостанда урыны менән саманан тыш эҫе булыуы фаразлана. Һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелеүе ихтимал. Шуға ла республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты был көндәрҙә күберәк һыу эсергә кәңәш итә. Шулай уҡ күләгәлә йәки һалҡын бүлмәләрҙә ҡалыу яҡшыраҡ. Аҡ төҫтә, һауа ңтеп ингән өҫ һәм баш кейемендә булыу хәйерле. Бынан тыш, асыҡ ҡояш аҫтында физик көсөргәнешлекте сикләү талап ителә. Айырыуса балаларға һәм ололарға иғтибарлы былырға кәрәк, сөнки улар эҫене бик ауыр кисерә. Балаларҙы һәм хайуандарҙы автомобиль салондарында ҡалдырырға ярамай. Эҫе һуҡҡанда йәки кеше үҙен насар тойғанда кисекмәҫтән 112 номерына шылтыратырға кәңәш ителә.






