Өфө-Аэропорт трассаһындағы күперҙә ремонт ваҡытынан 2 аҙнаға иртәрәк тамамланды. Был турала Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков БСТ каналында йома уҙған уҙған брифингта белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Чесноковка эргәһендәге күперҙе төҙөкләндереү 9 июндә башланды. Подрядсы тәүлек әйләнәһенә эшләне. Тәүҙә эш объекттың аэропорт яғына илткән өлөшөндә алып барылды. Артабан ҡалған яғы ремонтанды. Эш ваҡытында светофор ярҙамында реверсив хәрәкәт ойошторолдо. Күперҙә яңы гидроизоляция, юл япмаһы һәм һыуҙы ағыҙыу системаһы монтажланған. Шулай уҡ яңы яндауырҙар ҡуйылған, йәйәүлеләр өсөн тротуар тулыһынса яңыртылған. Өсөнсө этап күпер аҫтында эшләүҙе күҙ уңында тота, был юл хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ тыуҙырмай.






