Башҡортостанда сауҙа хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән тәбрикләнеләр

Йыл һайын июлдең дүртенсе шәмбеһендә Рәсәйҙә сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан Өфөлә тармаҡ белгестәрен Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Константин Климин тәбрикләне. Республика сауҙа тармағында 300 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә һәм уларҙың көсө менән иҡтисад үҫешә, сифатлы хеҙмәттәр күрһәтелә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөндә оҙаҡ йылдар тармаҡта эшләп юғары күрһәткестәргә ирешкән белгестәр тәбрикләнде. Ашнаҡсылар, һатыусылар, кафе-ресторан хеҙмәткәрҙәре, кассирҙар, курьерҙар, тауар ташыусылар Һәр береһенең ҡаҙаныштары билдәләнде. Уларҙың күбеһе байрам көнөндә лә эш урынында.

Башҡортостанда сауҙа өлкәһендә 300 меңдән ашыу кеше эшләй, был мәшғүл халыҡтың 20 проценттан ашыуы. Бүләкләнеүселәр араһында билдәле сауҙа ойошмалары, хеҙмәтләндереү предприятиелары етәкселәре лә, ябай хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Улар һәр эш көнөндә ҡулланыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн тырыша.

Республикала мәктәп ашханаларында туҡланыуға, юл буйы сервисын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, былтыр трассаларҙа 347 объект сафҡа ингән, 2030 йылға был һанды 1 меңгә еткереү планлаштырыла. Сауҙа кәштәләрендә продукция ассортименты киң, халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә. Мәктәп ашханаларына килгәндә ризыҡтарға ҡарата балаларҙың дәғүәләре һуңғы осорҙа күпкә кәмегән, сөнки учреждениеларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн күп яҡлы эш алып барыла.Төбәктең Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы 20 операторҙы берләштерә. Улар ярты миллиондан ашыу баланы туҡландырыу өсөн яуаплы.

Ф.Миһранова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ