Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы киң ҡолас алды. Бөгөн ужым иген культураларынан-тәү сиратта бойҙай һуғыла. Бөтәһе 280 мең гектарҙан ашыу майҙанды йыйып алырға кәрәк. Был турала вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Дүртөйлө һәм Илеш райондарына эш сәфәре барышында белдерҙе. Аграрийҙар бөтә кәрәкле ресурстар менән тәьмин ителгән. Дизель яғыулыҡ буйынса етерлек запас бар. Киләһе этапта, борсаҡ йыйыу башлана, ә августың беренсе декадаһы аҙағында төбәк игенселәре төп культураны-яҙғы бойҙайҙы урып-йыйыуға тотонасаҡ.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, өс тиҫтәгә яҡын районда ужым культураларын урып-йыйыу эштәре алып барыла. Бөтә майҙандарҙың 23 мең гектары сабылған, был 8 проценттан ашыу. Бөтәһе 86 мең тонна иген һуғылған, гектар ҡөеүәте уртаса 44 центнер тәшкил итә.






