Борай районында эшләүсе фермер Фларис Шакиров бесән әҙерләү йылдам барыуын билдәләй. Барлығы 58 гектар майҙандың 30 гектарында эш тамамланған. Әлеге ваҡытта 300 төк бесән сабылған. Шулай уҡ сенаж да һалынған. Йыйып алынған мал аҙығы кооперативта аҫралған йылҡы һәм эре мөгөҙлө малдарҙы туҡландырыу өсөн ҡулланыла. Хужалыҡ үҙ ихтыяжын ҡаплауҙан тыш, киләһе йылға запас та хәстәрләй.
Борай районында урып-йыйыуға әҙерлек юғары кимәлдә, әммә баҫыуға ваҡытында сығырға ҡойма ямғырҙар ҡамасаулаған. Йәмғеһе, район биләмәһендә 30 мең гектар майҙанда бойҙай, 4 мең гектарҙа ужым культуралары, шулай уҡ рапс һәм көнбағыш үҫтерелә. Баш агроном белдереүенсә, киптереү комплекстарына мохтажлыҡ бар.






