Көс һәм пар урыны. Өфөлә бишенсе тапҡыр «Рәхәттә» һаулыҡ һәм туризм фествиале старт алды. Мунса мәҙәниәте байрамын ойоштороу өсөн «Ҡашҡаҙан» паркы һайланған. Унда оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары үтә, шулай уҡ туҡланыу, күңел асыу, аралашыу майҙансыҡтары эшләй. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Парланыу, душ инеү өсөн айырым бүлмәләр, ял итеү урыны. Сергей Стрижов төҙөлөш өлкәһендә 14 йыл тирәһе эшләй. Ошо ваҡыт эсендә мең ярымдан ашыу йорт һалдыҡ, ти ул. Халыҡ араһында мунсаға һорау артыуы-был төр төҙөлөштө лә үҙләштерегә этәрә. «Рәхәттә» фествиалендә уның компанияһы себерҙә үҫкән кедр ағасынан ике мунса тәҡдим итә. Уларҙың береһендә бушлай коллектив парланыу ҙа ойошторола.
«Рәхәттә мунса ҡаласығы» үҙе бер комплексты хәтерләтә. Майҙансыҡта бөтә Рәсәйҙән килтерелгән 30-ҙан ашыу мунса тәҡдим ителгән. Улар араһында ниндәйе генә юҡ: мобиль, кейеҙҙән яһалғаны, туристик һәм башҡалары... Фестиваль ҡунаҡтары өсөн йәрминкә лә эшләй. Оҫталар һәм һөнәрселәр ҡулдан тегелгән таҫтамал һәм үләндәрҙән алып мейес һәм мангалдарға тиклем төрлө продукцияны тәҡдим итә. Һәм, әлбиттә, миндектәрҙең төрлөлөгө. Злотоуст ҡалаһынан килгән компания миндек бәйләү менән 17 йыл шөғөлләнә. Фестивалгә улар 36 төр ағас һәм үләндән миндек әҙерләгән.
Мунса һөйөүселәр һәм был эштең оҫталары бишенсе йыл рәттән «Рәхәттә» һаулыҡ һәм туризм фествивален ойоштора. Уны асыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры ла ҡатнашты. Андрей Назаров республика һәм төбәк эшҡыуарҙары исеменән махсус хәрби операция яугирҙарына мобиль мунса асҡысын тапшырҙы. Тыуған яҡ бүләге шифалы хеҙмәт итеүен теләне.
Фествиалдең кульминацияһы булып коллектив парланыу буйынса чемпионат уҙғарыу тора. Иң яҡшы команда исеменә Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Глазов һәм Мәскәү ҡунаҡтары көс һынашасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






