Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә Ишембай районында моряктарға һәйкәл асылды

Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында моряктарға һәм диңгеҙ пехотасыларына һәйкәл асылды. Яңы монумент емерелмәҫ рух, батырлыҡ һәм ватанға тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттарҙы кәүҙәләндерә. Был Андреев флагы аҫтында хеҙмәт итеүселәргә хөрмәт күрһәтеү урыны. Тантанала сығыш яһаусылар билдәләүенсә, ваҡиға диңгеҙҙәрҙән алыҫта үтһә лә, әммә ул флоттың Ишембай районы тарихына мәңгегә яҙылғанлығын иҫбатлай. Төбәктән күп кенә ир-егеттәр хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Сараға йыйылыусылар һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң, данлы хеҙмәт юлы үткән яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ