Өфө районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы майҙанында «Спорт ере-2026» марафоны үтте

Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 800 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарҙа ҡатнашты. Ярыштар балалар араһында ла ойошторолдо.

Спорт майҙансығында ылаҡ, уҡтан атыу кеүек милли уйындар ойошторолдо. Ҡунаҡтар бай йөкмәткеле концерт ҡарап көс-дәрт тупланы. Призлы урындар алыусы командаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Спорт ере фестивалендә еңеүсе республика данын Рәсәй кимәлендәге ярышта яҡлаясаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ