Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красников исеме мәңгеләштерелде

Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красников исеме мәңгеләштерелде

“Формула Х” сауҙа үҙәгендә билдәле спортсы исем-шәрифе яҙылған йондоҙ билдәһе ҡуйылды. Уны асыу тантанаһында Рәсәйҙең Спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашты. Николай Красников 8- шәхси һәм 12 тапҡыр команда уҙыштарында донъя, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булған. Спортсы карьераһын тамамлағас Өфөлә мотоспортты үҫтереүгә күп көс һала. Гастелло стадионының төҙөкләндерелеп яңы төҫ алыуында ла уның өлөшө ҙур.

Фото №1 - Мәскәүҙә Өфө мотоуҙышсыһы Николай Красников исеме мәңгеләштерелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ