Өфөгә илдең ете төбәгенән иң көслө спортсылар килә. Көрәш, фехтование, ишкәкле слалом, велоуҙыш, йөҙөү һәм триатлон буйынса ярыштарҙа 1 мең ярым самаһы кеше ҡатнашыуы көтөлә. 1 августа триатлон буйынса турнир старт ала. Ярыштар Инорс биҫтәһенең Йылы күлендә ойошторола. Республика Спорт министры урынбаҫары Артем Новиков.
31 июлдән 4 авгусҡа тиклем велосипедсылар уҙыша. Унан һуң фехтование, йөҙөү, ишеү слаломы, көрәш буйынса ярыштар ҡаралған. Фехтование буйынса ярыштарҙа Башҡортостан данын Олимпия чемпионы Тимур Сафин яҡлаясаҡ.
Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса 2028 йылда уҙған Йәйге Олимпиадаға Рәсәй йыйылма командаһы туплана.








