Башҡортостанда сәнәғәткә 24,3 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

Сәнәғәттең динамикалы үҫешен тәьмин итеү-идарасы команданың махсус хәрби операция шарттарында төп бурыстарының береһе. Быға алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе өҙлөкһөҙ тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм илдең технологик суверенитетын булдырыу, шулай уҡ республикала иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡлау туранан-тура бәйле. Беҙҙең яугирҙар еңеү менән ҡайтҡанда өйҙә уларҙы заманса производстволар һәм яңы эш урындары көтөргә тейеш.

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, был эштә төп ярҙамсы Республиканың үҫеш фонды. 2017 йылдан алып фонд машиналар эшләү, химия сәнәғәте, урман эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа дөйөм суммаһы 24,3 миллиард һумлыҡ 241 проектты финанслаған. Үҙ сиратында был өҫтәмә 27 мең ярым инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге биргән. Һөҙөмтәлә республикала 4 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килгән, ә башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙан алынасаҡ килем һалымы күләме 32 миллиард һумдан артасаҡ. Йылдар дауамында фонд беҙҙең сәнәғәт сәйәсәтенең мөһим элементына әүерелде, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең башҡа төбәктәре үҙләштергән баһалап бөткөһөҙ тәжрибә тупланы. Уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге беҙҙең предприятиеларға бер ерҙә туҡтап ҡалмау, алға барыу, хатта ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла яңы производстволар асыу мөмкинлеге бирә. Тап шулай итеп кенә беҙ ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА ЭШЛӘЙӘСӘКБЕҘ, тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ