Ашығыс хеҙмәттәр тулы күләмдә яғыулыҡ менән тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта заправкаларҙа әле булһа сират һаҡлана. Төбәк властары көсөргәнешлекте бөтөрөүгә бар көсөн һала. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
Килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙың сәбәбе күп төрлө, шул иҫәптән пилотһыҙ йәки ракета хәүефен иғлан иткән осорҙа бензовоздар хәрәкәте туҡтатылыуы. Был яғыулыҡты заправкаларға килтереүҙә ваҡытлыса тотҡарлыҡтар тыуҙыра. Әле урып-йыйыу кампанияһы бара, дизель яғыулығына ихтыяж юғары. Республика мөрәжәғәте буйынса федераль үҙәк тәҡдим ителгән поставка күләмен арттырған. Хужалыҡтар урып-йыйыуҙы тамамлау өсөн тулыһынса яғыулыҡ менән тәьмин ителәсәк.





