Асҡын районына ташҡындан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам-эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, май, газ баллондары һәм башҡа көндөлек кәрәк-яраҡтар тейәлгән ике йөк машинаһы барып еткән. Ылауҙы Өфөнөң Киров районы хакимиәте туплаған, уларға ярҙамға баш ҡала предприятиепары һәм ойошмалары, ябай кешеләр ҙә ҡушылған. Ваҡытында килгән ярҙам өсөн асҡындарҙың баш ҡалала һәм республикала йәшәүселәргә рәхмәте ҙур.
Бына бер аҙна элек, Пермь крайындағы дамба йырылыуға бәйле, Башҡртостандағағы 4 ауылда 107 йорт ихатаһын һыу баҫҡайны. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ихаталарҙан һыу киткән. Роспотрбенадзор белгестәре тикшереү өсөн эсәр һыу өлгөләрен алған. Шәхси скважиналарҙа һәм ҡоҙоҡтарҙағы һыу анализдар яҡшы булғанда ғына эсергә рөхсәт ителәсәк.





