Өфө районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы-хәүефһеҙлек мәктәбе» профилле сменаһы асылды. Унда республиканың төрлө район- ҡалаларынан 12-16 йәшкә тиклем йөҙ бала төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә хәүефһеҙ тәртип нигеҙҙәре менән танышты. Тәжрибәле инструкторҙар балалар менән ҡазаға тарыусыларҙы һәм үҙ-үҙеңде ҡотҡарыу күнекмәләре менән уртаҡлашты, экстремаль шарттарҙа дөрөҫ эш итергә өйрәтте. Янғын һүндереү, ҡотҡарыу техникаһы менән танышыу ҙа һөнәри әҙерлектең мөһим өлөшө.
Был үҫмерҙәр киләсәктә яҙмышын ҡотҡарыу хеҙмәте менән бәйләргә теләй. Уҡыу программаһы буйынса малай-ҡыҙҙар беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен үҙләштерәсәк, тәбиғәт ғәрәсәттәре ваҡытында үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләренә өйрәнәсәк, эвакуация буйынса практик дәрестәрҙә ҡатнашасаҡ, психологик әҙерлек үтәсәк. Профиль сменаһында ҡатнашыусылар аҙна дауамында теоретик белемен практикала нығыта.





