Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһының тулҡынландырғыс осоро башланды

Бюджет урынға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. 1 авгусҡа тиклем ризалыҡ тапшырырға мөмкин. Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тураһында төп бойороҡ 7 августа иғлан ителәсәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ҡабул итеү кампанияһы финиш һыҙығына яҡынлаша. Өфөнөң 42-се лицейын тамамлаған Әмирә документын Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшырған. Киләсәктә ул теш табибы булмаҡсы. Медицина класында белем алған ҡыҙ уҡырға инә алыуына ышана. Быға Берҙәм дәүләт имтиханында йыйған 243 балл һәм алтын миҙал ярҙам итер тигән өмөттә ул.

Стоматология миңә бала саҡтан ҡыҙыҡлы һәм был һөнәр һәр ваҡыт актуаль буласаҡ, тип уйлайым. Аттестаттың төп нөсхәһен һәм ризалыҡты тапшырырға тип килдем. Сөнки тап ошо университетта уҡығым килә.

Әмирә Баҙыҡова, абитуриент

Башҡорт дәүләт медицина университетына 22 меңдән ашыу абитуриент ғариза тапшырған. Ғәҙәттәгесә, иң популяр йүнәлештәр булып стоматология, дауалау эше, педиатрия һанала. Быйыл юғары уҡыу йортонда бюджет урындар ҙа арттырылған, барлығы 2 мең 200 студенттың уҡыу өсөн киткән сығымдарын дәүләт ҡаплаясаҡ.

Өфө дәүләт нефть техник университетында ла бюджет урындарға дәғүә итеүселәрҙән ғариза ҡабул итеү тамамланған. Камилә Зиннәтуллина үҙен киләсәктә финанс өлкәһендә күрә. Урта һөнәри белем алған ҡыҙ башҡа төбәктәрҙәге вуздарҙы ла ҡарай, әммә Өфөлә ҡалыуҙы уңай күрә.

Йола буйынса юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр араһында олимпиада еңеүселәре бар. Быйыл улар-64 кеше, күптәре башҡа төбәктәрҙән. Абитуриенттар ҙа йылдан-йыл арта. 4 мең 300 бюджет урынына 80 мең ғариза ҡабул ителгән. Буласаҡ студенттар араһында «Нефтегаз техникаһы һәм технологияһы», «Нефтегаз эше», «Информатика» йүнәлештәре популяр. Ҡабул итеү кампанияһына бәйле һорауҙар факультет декандары һәм филиал директорҙары менән аҙна һайын ойошторолған йыйылышта ҡарала.

Бөгөн йыйылышта магистр программаларына ҡабул итеү тураһында һөйләштек. Беҙҙең вузда барлығы 1 мең 300 бюджет урыны әҙерләнгән. Ғариза тапшырыусыларҙың һәр икенсеһе-башҡа төбәк һәм вуз сығарылыш студенттары. Ғөмүмән, магистратура булған саҡта, унда уҡып сығырға тәҡдим итәм. Унда бакалавриат, специалитет программаларын тамамлаусылар, урта йәштәге кешеләр ҙә инә ала.

Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡ теүәл бер аҙанан иғлан ителәсәк. Унда олимпиада еңеүселәре, төрлө льготаға эйә булыусылар исемлеге баҫтырыласаҡ. Ҡабул итеү кампанияһының төп этабы-7 августа тамамлана. Түләүле йүнәлештәргә һәм магистратураға ҡабул итеү дауам итә.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ