Башҡортостанда «Za берҙәмлек» күләмле йәштәр фестиваленә ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Сара 4 августан алып 6-һына тиклем Йылайыр районында үтә. Уны «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә «Дуҫлыҡ» лагеры ҡаршы ала. Ойоштороусылар бай программа әҙерләгән. Осрашыуҙа медиа, сәйәсәт, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендәге билдәле белгестәр, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары ҡатнашасаҡ.

Фестивалдә гранттар конкурсы ла иғлан ителгән. Социаль проект өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡсалата ярҙам алырға була. Йәштәр өсөн сара палаткалар ҡаласығы форматында уҙа. Ҡатнашыу өсөн 28 июлгә тиклем ойоштороусыларҙың рәсми ресурстарында теркәлергә мөмкин.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ