Республика сәнәғәт үҫеше фонды 2017 йылдан алып машина төҙөлөшө, химия, урман эшкәртеү, еңел сәнәғәттә 241 проект финанслаған. Дөйөм сумма 24 миллиард һумдан ашыу. Республикала 4 меңдән күберәк эш урыны булдырылған. Иҡтисад белгесе, Рәсәй хөкүмәте янындағы Финанс университеттың Өфө филиалы доценты Рөстәм Камалов.
Рөстәм Камалов фекеренсә, Башҡортостан сәнәғәтенең үҫеш мөмкинлектәре ҙур.
Республика етәкселеге сәнәғәт үҫешен тәьмин итергә тейеш. Был илдең суверенитетын нығыта, Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлоғон тәьмин итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.








