"Йыл ғаиләһе" һөҙөмтәләре Федерация Советында иғлан ителде. Шабалиндар "Ватан һаҡсыһы ғаиләһе" номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған. Еңеүселәр 13 октябрҙә Мәскәүҙә бүләкләнә, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Быйыл "Йыл ғаиләһе" конкурсында 89 төбәктән 11 мең 800 ғаилә ҡатнашҡан.







