Ейәнсура районында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең туристик слеты үтте

Ейәнсура районында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең туристик слеты үтте

Оло Һүрәм йылғаһы буйында Күмертау медицина округы дауаханаһы белгестәре спорт ярыштарында көс һынашты. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларынан ҡунаҡтар саҡырылды. 8 команда волейбол, дартс, уҡ атыу һәм башҡа ярыштарҙа үҙ маһирлыҡтарын күрһәтте, көслөләр асыҡланды."Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған сараны башҡа дауаханалар ҙа күтәреп алды. Тап бында яңы идеялар тыуа, һөнәри бәйләнештәр нығый"- тип билдәләне республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Халфин.

Фото №1 - Ейәнсура районында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең туристик слеты үтте
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ