Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән зыян күргән йортта төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель башында Ғафури урамы, 54-се йорт адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа дошман БПЛА-һы һөжүменән янғын сыҡты. Әле эшселәр 10-11-се ҡаттағы ике фатирҙы тәртипкә килтерә. Бүлмәләрҙә демонтаж эштәре башҡарылған, стеналарҙы тигеҙләп штукатурка һалыу күҙаллана, электр линиялары яңыртыла. Ике ҡат араһында ишелеп төшкән иҙән алмаштырыла. Ҡала хакимиәте ҡарары буйынса төҙөлөш эштәре октябрь аҙағына тиклем ҡаралған, әммә белгестәр ремонтты графиктан алдараҡ тамамларға ниәтләй.

Эш дәүләт экспертизаһына ярашлы алып барыла. Подрядсы ойошма, төҙөлөштөң хаҡы, ваҡыты билдәләнгән. Төп эштәр тамамлағас йылытыу системаһына күсеү ҡаралған. Маҡсат зыян күргән йортто йылытыу миҙгеленә тиклем тәртипкә килтереү. Ремонт фатир хужаларының теләген иҫәпкә алып башҡарыла.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ