Өфөлә инвалидтарҙың парковкалары буйынса рейд үтте

Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Берҙәм Рәсәй-уңайлы мөхит» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Эксперт комиссияһы баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендәге парковкаларҙы тикшерҙе. Рейдтан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Махсус билдәләр ҙә, иҫкәртеү иғландары ла эленгән. Әммә был ҡағиҙәләргә бөтәһе лә һанға һуҡмай. Автомобилен инвалид парковкаһына ҡалдырып китеүселәр байтаҡ. Һөҙөмтәлә физик мөмкинлеге сикләнгәндәр йәки инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр яфа сигә.

Әммә был ғәҙәтең өсөн яуап бирергә тура килеүе ихтимал. Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренә инвалид парковкаһына ҡуйылған автомобилдәрҙең хужаһын асыҡлау ҡатмарлы түгел. Реестрҙа тулы мәғлүмәт һаҡлана. Инвалидтар дәүләт хеҙмәте порталы аша теркәлеп махсус туҡталҡаға ҡуйыу хоҡуғы ала. Рөхсәтһеҙ ҡуйылған осраҡта 5 мең штраф түләргә тура киләсәк. Сит ил номерҙары менән йөрөгән ошо автомобиль хужаһы һымаҡ.

Ә был автомобиль хужаһына инде үҙенең тимер атын махсус туҡталҡанан барып алырға тура киләсәк. Инспекторҙар дәүләт номерҙары буйынса водителдең шәхесен, инвалид булмауын асыҡлағандан һуң, транспортты эвакуаторға тейәй.

Автомобиль парковкаларындағы урындарҙың 10 проценты физик мө мкинлеге сикләнгәндәр өсөн. Йәғни мең урын булһа йөҙө махсус знак менән. Әммә буш урындар булыуға ҡарамаҫтан, һау сәләмәт кешеләр ҙә тимер аттарын ошонда ҡуйырға тырыша, сөнки был урындар ғәҙәттә ишеккә йәки лифтҡа яҡын була. Ә инвалидтар паркорвка буйлап буш урын эҙләп йөрөргә мәжбүр. Күреүебеҙсә, был майҙанда торған автомобилдәрҙең дә махсус билдәләре юҡ.

Биш минутҡа ҡуйҙым. Инвалидтар парковкаһына автомобилен ҡуйған водителдәрҙең яратҡан аҡланыуы. Әммә тимер атыңды махсус билдә аҫтына әҙгә генә ҡалдырыу ҙа яуаплылыҡтан азат итмәй. Закон бөтәһе өсөн дә бер.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 200 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә, уларҙың 20 мең тирәһе балалар. Парковка һымаҡ уңайлыҡтар һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә. Ауырыу бер кемгә лә һорап килмәй, рейд йәмғиәтте мәрхәмәтлелеккә өйрәтеүҙе, башҡалар проблемаһына битараф булмауҙы һәм әлбиттә закондар үтәлешен контролдә тотоуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Р. Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ