Йәйге осорҙа балалар араһында тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр артҡан

Хәүефһеҙ каникул. Йәйге осорҙа балалар араһында тән йәрәхәттәре менән дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр артҡан. Ҡыуатов исемендәге республика балалар клиник дауаханаһының травмотология бүлегенә тәүлегенә төрлө йәрәхәттәр менән йөҙҙән ашыу бала килтерелә. Улар башлыса питбайк, самокат, велосипед һәм башҡа транспорт сараларында зыян күреүселәр. Бынан тыш әүҙем уйындарҙа йығылып, йә эҫе үтеп сирләүселәр ҙә байтаҡ. Йәй башынан балалар ҡатнашлығында йөҙҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, үкенескә үлем осраҡтары ла бар. Аҡ халатлылар ата-әсәләрҙе балаларға һәм уларҙыың ялына иғтибарлы булырға саҡыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ