Эшсе һөнәрҙәрҙең мәртәбәһе күтәрелә. Өфөлә «Буринтех» компаниялар төркөмө базаһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Токарҙар, фрезеровщиктар, операторҙар араһындағы сәмле ярышты БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабының был майҙансығындағы иртә тынлыҡтан башланды. Эшсе һөнәрҙәр конкурсының төбәк этабында ҡатнашыусылар тест заданиеларын яҙырға ултырҙы. Заманса йыһазландырылған залда ҡағыҙ ҡыштырҙауы һәм клавиатура тауышы ғына ишетелә. Конкурстанттар һорауҙарҙы иғтибар менән өйрәнә, бер деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша.Тест һорауҙарына яуап биреп конкурсанттар схемалағы хатаны тапты, һөнәрҙең ысын асылын күрә алды.
Конкурс регламенты буйынса фрезеровка станогы артында ярышыусылар бер сәғәт эсендә ҡоростан деталь эшләп өлгөрөргә тейеш. Күмертау вертолет етештереү заводы фрезеровщигы Николай Потапов был эште уңышлы атҡарыу өсөн айырым тырышлыҡ һалды. Әйткәндәй, быйыл эшсе һөнәрҙәр буйынса ярыштың төбәк этабында ике тиҫтәгә яҡын эшсе ҡатнаша. Эксперт комиссияһы ағзалары ла конкурсанттарҙың әҙерлеген юғары баһалай.
Конкурс барған майҙансыҡтарҙа һигеҙ оператор һанлы идара ителә торған юғары теүәллекле станоктарҙа үҙ оҫталығын күрһәтте. Уларҙың һәммәһе заданиеларҙы юғары кимәлдә үтәргә тырышты.
Талапсан эксперттар һәр этапты иғтибар менән күҙәтте.Ә конкурсанттар эштәрҙе технологияларҙан тайпылмай үтәне, темпты һаҡлай белде.
Күптәр өсөн был ябай ярыш ҡына түгел, ә үҙен танытыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм илһам алыу мөмкинлеге лә....Заманса, уйланылған майҙансыҡта һәр ҡатнашыусы үҙенең көсөн баһалай алды. Бындай конкурстар һәр ҡатмарлы техника, ҙур проекттар артында ҡул һәм йөрәк менән эшләй белгән оҫта һөнәрмәндәр тороуын раҫланы.
Конкурс һынауҙары «Бурсервис» компаниялар төркөмөнөң производство майҙансыҡтарында уҙҙы. Фрезероовщиктар, токарҙар, операторҙар һанлы идара ителә торған юғары теүәллекле станоктарҙа ярышты. Еңеүселәр Башҡортостан данын Рәсәй күләмендә яҡлаясаҡ.
Гүзәл Борханова





