Ҡыйғы районы үҙәгендә «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә, балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлә. Әлеге ваҡытта буласаҡ мәғариф учреждениеһының нигеҙ өлөшө тулыһынса тамамланып, кирбестәре күтәрелә башлаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Рәзилә Вәлиеваның сәнғәткә ҡыҙыҡһыныуы ҡыҙы Гәүһәргә лә күскән. Ул фортепиано һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Район үҙәгендә киләһе йыл балалар сәнғәт мәктәбе асыла ҡалһа, тағы ла яңы мөмкинлектәр асыласағына ышана.
Ҡыйғы районы үҙәгендә балалар сәнғәте уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып эшләй. Әммә, үҙ бинаһы булмағанлыҡтан, балаларға төрлө учреждениеларҙа шөғөлләнергә тура килә.
Әйткәндәй, балалар сәнғәт мәктәбе республикала «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған беренсе төҙөлөш. Әлеге ваҡытта буласаҡ учреждениеның нигеҙе тулыһынса һалынып, диуарҙары күтәрелә башлаған. Өс ҡатлы бина заман талаптарына ярашлы башҡарыла.
Азат Ғәлиуллин





