Өфөнөң Затон биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә

260 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән заманса учреждение сентябргә әҙер булыр тип күҙаллана. Эшселәр бинаның төп өлөшөн тәртипкә килтереп электр монтажалау һәм сантехника тотоштырыуға күскән. Бында кескәйҙәр өсөн иркен бүлмәләр, ял һәм уйын майҙансыҡтары, спорт залы, ашхана, ижади түңәрәктәр бүлеге, логопед кабинеты ҡаралған. Затон Өфөлә йылдам үҫешкән биләмәләрҙең береһе. Быйыл биҫтәлә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асылды.

Бөгөн төҙөлөш эштәренең беренсе этабын тамамланыҡ, инженер коммуникацияларын үткәрҙек. Ошо көндәрҙә иҙәнгә плиткаларҙы һалып бөтәбеҙ, түшәмдәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ. Киләһе аҙнала мебель урынлаштырыу, бинаны биҙәү эштәрен башларға планлаштырабыҙ.

Алик Камалетдинов, төҙөлөш бүлеге етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ