«Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Әрмәнстандағы фольклор фестивалдә Гран-при яуланы

Цахкадзор ҡалаһында ойошторолған фестивалдә Латвия, Иран, Һиндостан, Америка Ҡушма Штаттары, Польшанан килгән коллективтар сығыш яһаны. «Сармат»тар еңеүсе тип табылды. Ансамбль 2000 йылда Өфө Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт йорто ҡарамағында ойошторолған. Асҡар Нәбиулллин менән Светлана Аранцева етәксеклегендәге ижади коллектив республика мәҙәни фестивалдәрендә лә даими ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ