Турнирҙа ете команда ҡатнашты, хужаларҙан тыш, үҙ көсөн Өфө, Учалы, Екатеринбург, Силәбе һәм Ырымбур спортсылары һынаны. Турнир алтынсы тапҡыр ойошторола. Чемпионатты үткәрер алдынан ҙур әҙерлек кампанияһы үткәрелә. Урындағы хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре башланғысы менән япма таҙартыла, борттар һәм ҡапҡалар ремонтлана.
Был эштәр шулай уҡ хоккей майҙансығын киләһе ҡышҡы миҙгелгә әҙерләргә булышлыҡ итә. Ике көн дауамында «33 Легион» кортында ҡыҙыу уйында бара. Һауа торошоноң саманан тыш эҫе булыуы ла хоккейсыларға өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Турнир һөҙөмтәләре буйынса өлкәндәр араһында Екатеринбург вәкилдәре иң көслө тип аталды. Балалар араһында Өфө командаһы беренселек яуланы. Инлайн-хоккей буйынса Республиканың асыҡ чемпионаты был спорт төрөнә төбәктә ҡыҙыҡһыныу көсәйеүен тағы бер тапҡыр раҫланы.





