Башҡортостан игенселәре ужым культураларын урып-йыя. Әле 96 мең гектар майҙанда эш тамамланған. Был ужым баҫыуҙарының өстән бер өлөшө. Яҡынса 351 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 39 центнер тәшкил итә. Был бик яҡшы күрһәткес .Айырыуса Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара. Эш күп әле. Сиратта борсаҡ, арпа, ярауай һәм майлы культураларҙы йыйыу бурысы тора.
Республиканың барлыҡ аграрийҙарына рәхмәт! .Ниндәй генә һынауҙар булмаһын, улар намыҫлы хеҙмәт кңрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Һис шикһеҙ аҙыҡ-түлек именлеге, республикабыҙҙың киләсәге тап уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле тип яҙған үҙенең социаль селтәрҙәрендә Республика башлығы Радий Хәбиров.





