Федерацияның башҡарма директоры Светлана Донцова белдереүенсә, спорт ярыштарын уҙғарыуҙа ҙур тәжрибә тупланған. Көрәш һарайында спортсылар көрәшергә, судьялар ғәҙел булырға, тамашасылар мауыҡтырғыс алыштарҙы ҡарарға тейеш, тине ул. Был аҙнала Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы башлана. Башҡортостанда спорттың алты төрө буйынса ярыштар була. Көрәш, фехтование, ишеү слаломы, велоспорт, йөҙөү һәм триатлонда еңеүселәр асыҡлана.







