Һуңғы тәүлектә 112 системаһына бер нисә хәбәр ҡабул ителгән. Белорет районында Инйәр йылғаһынан һалағышта 4 кеше аҙашҡан, Туймазы районында Ҡандаркүлдә бер ҡыҙ кәмәлә алыҫҡа йөҙөп киткән, Шишмә районында Өршәк йылғаһында улы менән ир элемтәгә сыҡмаған. Аҙашыусыларҙың барыһы ла үҙ аллы юл тапҡан, медицина ярҙамы кәрәк булмаған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.







