Башҡортостанда зубрҙар һаны арта

Башҡортостанда  зубрҙар һаны арта

Киләһе йылда Белоруссиянан туғыҙ ҡырағай хайуан килтерелә, тип белдерәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Проектты тормошҡа ашырыу барышында республикаға 2023 йылдан  24 зубр килтерелгән. Улар Мораҙым тарлауығында йәшәй. Кеше ғәйебе менән 20-се быуат башында зубрҙар ҡырағай тәбиғәттә тулыһынса ҡырылып бөтә. Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып уларҙы тергеҙеү үҙәгенә әүерелә. Башҡортостан илдә Беловежск урманынан килтерелгән зубрҙар иректә йөрөгән берҙән-бер төбәк.

Фото №1 - Башҡортостанда  зубрҙар һаны арта
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ