Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм йәшен ағастарҙы ауҙарҙы

Башҡортостанда саманан тыш эҫе көндәрҙе ҡойма ямғыр менән көслө йәшен алмаштырҙы. Бөгөн төндә айырым төбәктәрҙә, шул иҫәптән Өфөлә ҡойоп ямғыр яуҙы, күк күкрәне.

Өфөлә үткән йәшен үҙенән һуң байтаҡ емереклектәр ҡалдырҙы. Ҡаланың Киров районында ғына дүрт ағас ҡолау осрағы теркәлгән. Коммунистик урамы, 92-се йорт адресы буйынса ағас тротуарға һәм автомобилгә, эргәлә ҙур ботаҡ торлаҡ йортҡа зыян килтергән. Салауат урамында кабель линияһы өҙөлгән, Эшсе хәбәрселәр урамында ла балалар майҙансығына ағас ҡолаған. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә лә ошондай уҡ һауа торошо, урыны менән боҙборсаҡ яуыуы көтөлә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ