Өфө районында ир һыуға һикергәндән һуң һәләк булған

Һыуға һикереп һәләк булған: Өфө районындағы «Ольховое» күлендә ял итеүселәр һыуҙан 40 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған.

Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, ял итеүсе һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында һыуға һикергәндә башы менән күл төбөнә бәрелгән. Ауыр йәрәхәттән ир аңын юғалтҡан. Ваҡиға шаһиттары уны ярға сығарһа ла, ашығыс ярҙам бригадаһы килгәндә ғүмерен ҡотҡарырға һуң була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ