«Красноусол» шифаханаһында ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә учреждениелар торошона һәм шул уҡ ваҡытта ял итеүселәр өсөн хаҡтарҙы әлеге кимәлдә һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәй кимәлендә билдәле шифаханала 800 кешегә ял итеү, һаулығын нығытыу өсөн шарттар тыуҙырылған. Бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн путевкалар бүленә. Республика шифаханаларында 15 мең яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары ял һәм дауалау курсы үткән дә инде. Һуңғы дүрт йылда «Красноусол» шифаханаһының килеме бер нисә тапҡыр артҡан, тимәк, район үҫешенә йәлеп ителгән ихтисади ярҙам күләме лә киңәйтелгән.
«Красноусол» шифаханаһы һуңғы йылдарҙа яңырыу осорон кисерә. Дауалау-диагностика, спорт-һауыҡтырыу комплекстары, СПА үҙәге асылды, тәжрибәле табиптар штаты киңәйтелде, корпустарҙа капиталь ремонт эштәре атҡарылды. Тиҙҙән яңыртылған административ корпус, ресторан асыу күҙаллана. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙған аҙнала файҙаланыуға тапшырылған шишмә майҙанында ла булды. Бында граждандарға минераль һыу алыу өсөн торбалар һуҙылған, юл түшәлгән, эскәмйәләр ҡуйылған. Шишмә майҙаны «Атайсал» проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелгән.





