Башҡортостан медицина учреждениеларында заман технологияларын үҙләштереү әүҙем бара

Яһалма зиһен медицинаны яулай. Башҡортостан медицина учреждениеларында заман технологияларын үҙләштереү әүҙем бара. Республика кардиология үҙәге «МосМедИИ» платформаһында эшләй. Табиптар әйтеүенсә, һанлы ярҙамсы медицина хеҙмәткәрен алмаштырмай, әммә ышаныслы партнер булып тора. Медицина учреждениеларын заман талаптарына яраҡлаштырыу «Әүҙем һәм оҙон ғүмер» милли проекты буйынса алып барыла. Яһалма зиһендең өҫтөнлөктәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яһалма зиһенде тотоп ҡарап йәки күрһәтеп булмай. Әммә ул хәҙер йәшәйештең һәр өлкәһендә ҡулланыла. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн ул өҫтәмә күҙ ҙә, ҡолаҡ та. ҡул да, ысын мәғәнәһендә һанлы ярҙамсы. Мәҫәлән, мрт, кт, рентген һөҙөмтәләрен уҡый ала. Ул бәләкәй генә тайпылыштарға ла иғтибар итә. Йәғни табиптарға беренсел медицина анализдарын тикшереүҙе яһалма зиһенгә тапшырып, ҡатмарлы осраҡтар менән шөғөлләнергә мөмкин.

Яһалма зиһенде үҙләштереү платформаһы әле илдең 75 субъектында үҙләштерелә. Шул иҫәптән Башҡортостан кардиоүҙәгендә лә. Табиптар фекеренсә, күләмле проект һәр медицина хеҙмәткәренә заман технологияларын әүҙем ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Медицина системаһын хәҙер ошо инструменттарҙан башҡа күҙ алдына килтереү ҡыйын. Яһалма зиһен ойоштороу эшендә лә, медиицина тикшеренеүҙәрендә лә, пациенттарҙың маршрут картаһында ла, операциялар яһағанда ла ярҙам итә.

Табиптар яһалма зиһенде, һанлы ассистент тип атай, Күҙгә күренмәй, эргәлә тормай, пациенттар менән һөйләшмәй, әммә ярҙам ҡулы һуҙа. Ә иң мөһиме ул күберәк ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға булышлыҡ итә.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ