Башҡортостанда үҙмәшғүлдәргә больничный рәсмиләштереү мөмкинлеге асылды

Үҙмәшғүлдәр эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын рәсмиләштерә ала. Был яңылыҡты үҙмәшғүл булараҡ теркәлеүселәр нисек ҡабул итә, эксперттар ниндәй хәүефтән һаҡ булырға кәңәш итә? Был хаҡта ентекләберәк киләҺе яҙмала.

Рәйхана Баймырҙинаны социаль селтәрҙәрҙә Ралина булараҡ беләләр. Өс бала әсәһе декрет ялында ултырған осорҙа ҡул эштәре менән шөғөлләнә башлай. Кейемдәргә милли нағыштар һала, хәситәләр, ҡашмауҙар тегә. Ҡул эштәре оҫтаһы 2022 йылдан үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән. Бындай статустағы граждандарға түләүле эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү мөмкинлегенә лә ыңғай ҡарашта.

Экспериментта ҡатнашыу өсөн үҙмәшғүлдәр үҙаллы ғариза бирергә тейеш. Быны «минең һалым» йәки «Дәүләт хеҙмәттәре»ҡушымтаһы аша эшләргә мөмкин. Ғаризалар 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

Страховкалау системаһына инеү мәжбүри түгел.Үҙмәшғүлдәр бәләкәй суммала иғәнәләр түләй. Экспериментта ҡатнашыу ваҡыты страховка стажына китә, әгәр ҙә инде оҙаҡ ваҡыт больничныйға китмәй эшләһәң, иғәнәләргә ташлама бирелә, ти белгестәр.

Үҙмәшғүлдәргә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын тултырыу мөмкинлеге -финанс яҡлау сараһы. Уның һөҙөмтәлелеге үҙмәшғүлдәрҙең матди хәленә бәйле. Бындай мөмкинлектән файҙаланыу алдынан килемеңде ентекле баһалау мөһим ти, белгестәр.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ