Өфөгә быйыл 111 меңгә яҡын документ тапшырылған

Өфө абитуриенттар араһында популярлығы буйынса Рәсәйҙең тәүге 7 ҡалаһы исемлегенә ингән. Быйыл илдең юғары уҡыу йорттарына 1 миллион 300 меңгә яҡын документ тапшырылған. Әле бюджет урындарына ғаризалар ҡабул итеү тамамланған. Йәштәрҙең күбеһе инженер һәм педагогик белем биреү, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, мәғлүмәт системалары һәм технологиялар йүнәлештәрен һайлаған.

27 июлдә Дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм университет сайттарында конкурс исемлектәре донъя күрҙе. 1 авгусҡа тиклем льготалыларҙан, олимпиада еңеүселәренән һәм маҡсатлы уҡыуға инеүселәрҙән, ә 5 авгусҡа тиклем төп конкурс буйынса абитуриенттарҙан ҡабул итеүгә ризалыҡ алына. Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетына 111 меңгә яҡын документ килтерелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 20 процентҡа күберәк.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ