Быйыл йәй бында бөтәһе мең ярымдан ашыу бала ял итәсәк. Дөйөм алғанда, республика буйынса йәйге кампания 450 меңдән ашыу уҡыусыны үҙ эсенә ала. Улар өсөн 1 мең 800-ҙән ашыу лагерь асылған. Балаларҙың каникулдары нисек үтеүе хаҡында киләһе репортаж.
Иртәнге зарядка һәм балаларҙың шат-тауыштары. «Орленок»та һәр көн шулай башлана. Илеш районындағы лагерь үҙенең ҡунаҡтарын 1 июндән ҡабул итә. Һәр сменала бында 300-ҙән ашыу бала сәләмәтлеген нығыта.
Быйылғы йәй миҙгеле айырыуса үҙенсәлекле. Сөнки республикаға ял итергә күрше төбәктәрҙән, хатта Ханты-Манси автономиялы округынан да балалар килә. Йәш быуын Башҡортостандың мәҙәниәте, ҡунаҡсыллығы һәм милли аш-һыуы менән таныша.
Һуңғы йылдарҙа «Орленок» танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Торлаҡ корпустар яңыртылған, спорт майҙансыҡтары төҙөлә, шулай уҡ бассейн йылытыла һәм ябыҡ итеп ҡорола.
«Орленок»-быйыл йәй Башҡортостан уҡыусылары өсөн үҙ ишектәрен асҡан ҡала ситендәге лагерҙарҙың береһе генә. Быйыл республикала улар мең дә 800-ҙән ашыу. Ә был-450 мең бала йәйҙе онотолмаҫлыҡ итеп үткәреп, яңы көс менән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫасаҡ типгән һүҙ.
И.Байбулатов





