Был продукция тәүге тапҡыр Төркиәгә оҙатылды. 22 тонна тауарҙы Әбйәлил районы хужалыҡтары әҙерләгән. Республика ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт"милли проекты буйынса сит илдәр менән сауҙаны арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Башҡортостанда быйыл майлы культуралар 700 мең гектар биләй. Был баҫыуҙарҙың 80 мең гектарында етен сәселгән.







