Төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы уңайынан Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостандың төҙөлөш тармағында 180 мең кеше эшләй. Тап улар тырышлығы һәм яуаплылығы менән яңы социаль объекттар, торлаҡ йорттар һалына. Республика төҙөлөш комплексы илдә иң яҡшылары исемлегендә-былтыр 3 миллион квадрат метрҙа торлаҡ сафҡа индерелде.
Авария хәлендәге торлаҡты яңыртыу эше йылдам алып барыла. Башҡортостан төҙөүселәре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә тергеҙеү эштәрендә ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ташламалы ипотека программаһы әҙерләнә.
Республика төҙөлөш комплексы үҫеше иҡтисади тотороҡлоҡҡа ыңғай йоғонтог яһай, инвестициялар йәлеп итә. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа килә, социаль объекттар, заманса торлаҡ төҙөлә. Рәсәй Президенты ҡарары буйынса, 2030 йылға тиклем республикала йыллыҡ төҙөлөш күләмен 4 миллион квадрат метрға еткереү маҡсаты тора.






